“Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт

Размер шрифта:   13
“Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт

Инеш

20 – се быуаттың иң аҙағында һәм был быуаттың башында ғына Ерҙең иң яңы геологик тарихы һәм шул осорҙоң географияһы өлкәләрендә ғәжәп фәнни асыштар мәғлүм булды. Шуларға ярашлы Ерҙәге һуңғы бөйөк боҙланыу дәүерендә – бынан 12000-18000 йылдар элгәре ваҡыт арауығында – Евразия һәм Америка ҡитғаларының Төньяҡ боҙло океанға ҡараған ярҙарында ғәйәт ҡалын, башлыса боҙҙан торған, быуа барлыҡҡа килеп, океанға аҡҡан йылғаларҙың тамағын япҡан. Шул сәбәпле һуңғыларының һыуы ара – тирәләге тигеҙлектәрҙе баҫҡан һәм Евразияның төньяғындағы тигеҙлектәрендә океанға оҡшаш бик ҙур сөсө һыулы диңгеҙ хасил булған. Ошо диңгеҙҙә Урал тауҙары утрау хәлендә ҡалған, сөнки ул диңгеҙ һай булған(Анығыраҡ әйткәндә, Урал архипелагы рәүешендә). Күрһәтелгән боҙланыу дәүерендә һыу баҫыу ваҡиғалары тағы бер төрлө, планета кимәлендәге һәләкәттәр рәүешендә лә, булып үткәндәр, тигән теория ла бар. Был фәнни ҡарашҡа ярашлы төньяҡтағы дамба Европа менән Америка араһындағы океанды ла быуған, сөнки шул аралағы һыу төбөнә тиклем туңған(иң тәрән урын 3900м. самаһы).

Ошо мәлдән һуң әлеге Төньяҡ боҙло океан өҫтөндә яуым-төшөм менән килгән һыу туңып тупланып, Төньяҡ ҡотоп тирәһендәге океандағы боҙ ҡатламы ҡитғаларҙан 1 километрҙан юғарыраҡ күтәрелгән. Һирәк-һаяҡ, йә тегендә, йә бында ошо боҙ ҡатламы аҫтындағы һыу, “ҡапҡасын” емереп сығып, көньяҡҡа – Донъя океанына ағып төшкән. Ул ағымдың тәрәнлеге йөҙҙәрсә метр, тиҙлеге сәғәтенә – 200-250 км-ға, киңлеге -1000км-ға еткән тип иҫәпләнә. Шул ағымдың береһе Урал тауҙары буйлап үтеп, Иран аша ла юл табып, Һинд океанына ҡойған.

Аталған фәнни яңылыҡтар “Урал батыр”ҙың иң фантастик өлөштәренә лә тәбиғәт фәндәренә таянып ҡабаттан ҡарарға мөмкинлектәрҙе ныҡ киңәйтте. Был китап ошо йүнәлештәге тәүге аҙымдарҙың береһе, буғай. Теләгән уҡыусы беҙҙең яһаған һығымталарыбыҙға ҡул һелтәп кенә ҡуйырға байтаҡ етешһеҙлектәр таба алыр, сөнки “Урал батыр” ҡобайырындағы тәбиғәттең серҙәренә төшөнөү – үтә ҡатмарлы бурыс. Ҡобайырҙағы тәбиғәткә булдыра алғанса иғтибар менән мөнәсәбәтебеҙҙең ҡайһы бер һөҙөмтәләрен килтерәбеҙ.

1. Йәнбирҙе менән Йәнбикә йәшәгән дүрт яғын диңгеҙ уратҡан урын – әлеге Урал тауҙары. Улар унда һыу баҫыуҙан ҡасып килеп, улдары Уралды тапҡандар.

2. Ҡобайырҙағы тәбиғәт күренештәрен һәм ваҡиғаларын бөгөнгө фән ярайһы уҡ аныҡ билдәләгән. Шул ваҡиғаларҙың ваҡыты:

– Йәнбирҙеләр Уралға килеп юлыҡҡанда күргән ундағы тундраға оҡшаш ланшафт 11640 йыл элгәре(10мең – 15 мең, тип самалау ҙа бар) – Босфор, Дарданел проливтары йырылып киткәс – әлеге рәүешкә табан үҙгәргән; шунан һуң был заманда дауам иткән йылы Голоцен периоды башланған;

– Йәнбирҙе ҙурайып килгән улдары менән һөйләшкән ваҡытта донъялар ныҡ үҙгәргән: ер кипкән, төрлө йәнлектәр күбәйгән. Тимәк, Урал батырҙың үҫмер сағы Голоцен башланған, йәғни бынан 12000 йыл самаһы элеккә тура килә;

– “Бер ҙә бер көн бар ерҙә күк – күмгәк һыу эркелгән”, тигән күренеш Уралда кәмендә 7,6 мең, йә 9,6 мең, йә иһә 11,5 мең йыл элгәре булыуы мөмкин. (Төньяҡ боҙло океандан ағып сыҡҡан һыуҙың Донъя океанына ҡойолған иң һүңғы өс осрағы шул ваҡыттарҙа булып үткәндәр). Шуларҙың ҡайһыһы беҙҙән аша үткәнен аныҡлау бурысы тора Оло “Урал батыр”ҙы өйрәнеүселәр алдында.

3. Әлегә емереп һатып ашалмаған Тратау, Куштау һәм Йөрәктауҙың тышҡы ҡиәфәтендә уларҙы күмеп төньяҡтан көньяҡҡа ағып ятҡан һыуҙың эҙҙәре ярылып ята. Бәлки был күренеш “Урал батыр”ҙағы дейеүле Туфан һыуының һөҙөмтәһелер.

4. Ҡобайырҙа бәйән ителгән арыҫлан менеү, уның балаһын Йәнбикәнең ҡасан теләһә, шул саҡта ашауы, киң диңгеҙҙән дейеү кәүҙәләренән тауҙар ҡалҡыуы, дейеүле күлдәрҙең һыуының эсергә яраҡһыҙлығы, йылғаларҙы батырҙар табып йырғаны, йәншишмә һыуы, Урал батырҙың ике Ҡояштың береһен атып төшөрөүе, Аҡбуҙаттың һыу эсендә йәшәүе һ.б. – былар бөтәһе лә ысынбарлыҡтан тыуған риүәйәттәр.

5. “Ҡайыҡ яһап бар кеше һыуға батып үлмәгән”дәрҙе хәтәр ағын дейеүле һыу ике-өс тәүлектә Иран яҫы таулыҡтарына алып барып еткергән. Шунда етеп Уралды(илен) юғалтҡан халыҡтың улдары “ат менерҙәй ир буғас” Уралды эҙләп тапҡандар.

6. Шүлгән – таш мәмерйәһендәге һүрәттәр Оло “Урал батыр”ға иллюстрациялар булыуының ихтималлығы бик юғары. Унда Йәнбирҙе – һунарсы йәнлек аулау өсөн ҡулланған үтә лә камил, ябай йәтмә –ау – мәҫкәү кеүек, кейек һәм ҡоштарҙы үҙе эләктерә торған күп төрлө ҡоралдарҙың төҙөлөшө күрһәтелгән.

7. Йәнбирҙе менгән, Урал батыр менән Шүлгән атланып Үлемде эҙләргә сығып киткәндәге “арыҫлан”, беҙҙеңсә, палеонтологияла “ҡылыс тешле юлбарыҫ” тип аталған, арыҫланға оҡшаш яныуар булырға тейеш. Был бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған йыртҡыстың бик эре яныуарҙар менән туҡланыуы мәғлүм, ләкин нисек итеп ул йыртҡыс ҡорбанын үлтергән, ә унан һуң уның итен кимергән һ.б. – былар йомаҡ ине. Беҙгә ошо мәсьәләнең ябай сиселешен теоретик нигеҙләргә насип булды. Йомаҡтың асҡысы шул – ул йыртҡыс ҡорбанының аяҡтарын ғына яралап йығып һалып, уны, мәҫәлән, мамонтты, тере көйө яйлап ашаған… Был яҙмаларыбыҙҙа Йәнбирҙенең ошо “арыҫланы” тураһында ла байтаҡ хәбәр бар, ә мәмерйәләге мамонт һүрәттәре араһындағы береһен беҙҙең фаразды раҫлаусы дәлил, тип һанайбыҙ.

8. “Урал батыр”ҙағы боронғо тәбиғәт тураһындағы мәғлүмәттәрҙең бөгөнгө фәнни ҡараштарға тап килеүен, хатта раҫлауын, ҡобайырҙағы рухи мираҫты(С.Ғәлләмов) аңлатыу өсөн тик бер фаразға ғына таянырға мөмкин: Урал тауҙары утрауында Туфандың емергес һәләкәтенә тиклем шунда һыу баҫыуҙан ҡасып килеп тупланған күп һанлы ҡәбиләләрҙең үҫешкән, үҙенсәлекле, таш быуаттар технологияһына нигеҙләнгән, әлегә фәнгә бик аҙ билдәле булған ниндәйҙер працивилизацияһы йәшәгән, ахрыһы.

1.      Кешелек тарихында донъяны һыу баҫыуының

сәбәптәре тураһында фәнни теориялар һәм фараздар

Башҡорт халҡының ҡобайыры “Урал батыр”ҙа һәм башҡа халыҡтарҙың ауыҙ – тел ижадында, иҫке яҙма әҫәрҙәрҙә иҫкә алынған борон заманда ҡоро ерҙе һыу баҫыуының(Туфан ҡалҡыуҙың) сәбәптәре тураһында 20 – се быуаттың иң аҙағында, һәм 21 – се быуаттың тәүге 10 йыллығында ғына геология фәнендә ғәжәпләндергес яңылыҡтар мәғлүм булды. Был фәнни асыштар, белгестәр тарафынан әлегә йә теория, йә фараз(гипотеза) тип кенә баһаланыуға ҡарамаҫтан, “Урал батыр”ҙағы ваҡиғаларҙы тәбиғәт фәндәре ҡанундары күҙлегенән яңынан байҡау мөмкинлектәрен ифрат ныҡ киңәйтергә һәм шуның арҡаһында ҡобайырҙың йөкмәткеһен тәрәнерәк аңларға өр – яңы нигеҙҙәр барлыҡҡа килтерҙеләр.

Донъяны һыу баҫыуының сәбәптәрен хәбәребеҙгә ҡулайлаштырыу маҡсатында, ике төркөмгә бүлеү һүҙҙе ябайлата. Ләкин былай бүлеү бик шартлы ғына, сөнки был бик яңы фараз – теорияларҙың уртаҡ яҡтары ла байтаҡ:

а) Һыу баҫыу ваҡиғалары плейстоцендә – Ерҙәге ҙур боҙланыу дәүерендә – бынан сама менән 18000-12000 йыл тирәһе элегерәк ваҡыт араһында булған.

б) Шул осор Евразия һәм Төньяҡ Американың төньяғында боҙҙан торған дамба(быуа) барлыҡҡа килгән.

в) Шул сәбәпле Азияның да, Европаның да Төньяҡ боҙло океанға ҡойған йылғаларының тамаҡтары быуылған.

Беҙ бында 1-се модель буйынса һыу баҫыуы тигән ҡарашты аталы – уллы А.Н. һәм В.Н. Карнауховтар нигеҙләп яҡлайҙар (1999 й.). Улар иҫбатлауынса, әле аталған йылғаларҙың һыуы Донъя Океанына кире ҡойола алмауы сәбәпле Евразияның төньяғында ғәйәт ҙур майҙанлы сөсө(тоҙһоҙ) һыулы диңгеҙ барлыҡҡа килгән, тип фаразлана [1],[2],[3]. Ул ерҙе яйлап баҫҡан диңгеҙҙең майҙаны һәм тәрәнлеге тураһында аныҡ ҡына төплө фәнни мәғлүмәттәр әлегә юҡ; ләкин был бик ауыр мәсьәлә һанала, сөнки был һандар ул дәүерҙәге яуым – төшөм, һыуҙың быуға әйләнеп осоуы һ.б. тураһындағы иҫәпкә алыуы ҡыйын мәғлүмәттәргә ныҡ бәйле. Беҙҙең алып барасаҡ хәбәребеҙ өсөн шуныһы мөһим – ул диңгеҙ Уралды бер ваҡытта ла күммәгән[1], [2]. 1-се һүрәттәге картала шул сөсө һыулы диңгеҙҙә Урал тауҙарының утрау рәүешле “дүрт яғын диңгеҙ уратҡан” “бер урын” булып ҡалғаны асыҡ күренә [1], [4]. Ошо хәл, диңгеҙ бер сигенеп, бер тағы ла яйлап килеп баҫып, бынан 11640 йыл элегерәк ваҡытҡа тиклем дауам иткән[1]. (10-15 мең йыл элек, тип тә самалау бар [2]). Шул саҡта, Босфор – Дарданел проливтары йырылып киткәс, Урал тауҙарынан көнбайыштағы һәм көньяҡтағы тигеҙлектәр баҫҡан һыуҙан арнығандар, тип фаразлана[1]. Нәҡ ошо ваҡыттан башлап бөгөн дә дауам иткән Ерҙәге һуңғы йылы осор – Голоцен – башланған, тигән ҡараш әле хөкөм итә.

Үҙебеҙҙән шуны өҫтәп ҡуйырға мәжбүрбеҙ: картала(1-се һүрәт), ул бик эре масштабта булыуы сәбәпле, Урал тауҙары әйләнәһендәге һанһыҙ эреле-ваҡлы утрауҙар, ярымутрауҙар, ҡултыҡтар, тобалар һ.б. күренмәгәне аңлашыла. Ошо утрауҙар архипелагы менән уралған урында йәшәү тәжрибәһе ундағы Урал батыр ҡәүемен бөтә ҡоро ерҙе ҡапыл килеп баҫҡан ташҡын һыу һәләкәтендә имен ҡалырға ярҙам иткән. (Был турала алда ентекләп һүҙ буласаҡ).

Ҡобайырҙа әйтелгәнсә “Берҙә – бер көн бар ерҙә күк – күмгәк һыу эркелгән”, рәүештә башланған һыу баҫыу һәләкәтен(1380-1390 – сы юлдарҙан) беҙ бында 2-се модель, тип атайбыҙ. Ошо теорияға ярашлы Ерҙә һуңғы ҙур боҙланыу ваҡытында ҡоро ерҙе һыу баҫыуы күренештәре үтә дәһшәтле һәләкәт рәүешендә, ҙур емергес көскә эйә булған, тип фаразлана. Бының сәбәбе түбәндәгесә аңлатыла. Юғарыла күрһәтелгән Төньяҡ боҙло океан ярҙары өҫтөндә ятҡан боҙ дамба Скандинавия ярымутрауы, Шпицберген, Гренландия, Канаданың төньяғы араһындағы һыуҙы ла бөтөнләй быуып, шул океанды “ҡалған” Донъя океаны бассейнынан айырған.(Беринг проливын да боҙ быуған). Ошонан һуң Донъя океанынан быуға әйләнеп һауаға осҡан һыу Ерҙең Төньяҡ “түбәһендә” туплана башлаған. Шуның арҡаһында Ер шарының Төньяҡ полюсы тирәһендә – әлеге Төньяҡ боҙло океанда – һыу менән боҙ ҡатламының өҫкө кимәле янындағы ҡитғаларҙан бер километрҙан(!) юғарыраҡ күтәрелгән.(Ошо урында, ситкәрәк тайпылып булһа ла, уҡыусыға үҙебеҙҙән бер иҫкәрмә яһаһаҡ, артыҡ булмаҫ һымаҡ: Ер шарының диаметры яҡынса 12700 км самаһы, шуны 10 миллион тапҡыр бәләкәйләтһәк, 1,27 метр ҙурлығындағы глобус барлыҡҡа килә. Әйтәйек, Ер шарындағы полюс өҫтөндәге “түбәтәйҙең” ҡалынлығы ҡитғаларҙан 1÷2км юғарыраҡ торһа, был ошо глобуста 0,1-0,2мм ғына ҡалынлыҡ тәшкил итер ине. Уны үлсәмәй тороп, моғайын, күреп тә булмаясаҡ! Беҙҙең ҡарашҡа, килтерелгән сағыштырыу ошо теориялағы Ерҙең төньяҡ полюсы тирәһендәге тупланған боҙ менән һыуҙың ҡалынлығына ышанырға булышлыҡ итә һымаҡ). Иң яңы ошо фәнни ҡарашҡа ярашлы, ҡоро ерҙе һыу баҫыу осраҡтары – Туфан ҡалҡыуы – “океан быуаның” һыуы менән боҙо бик күбәйеп китеүе сәбәпле, һирәк – һаяҡ йә тегендә, йә бында йырылып китеп, һыуын боҙо менән бергә көньяҡҡа – Донъя Океанына табан – ағыҙып ебәреүе менән аңлатыла. Ул океандан сыҡҡан боҙло һыу ағымдары, бер нисә мең йылда бер тапҡыр ғына ҡабатланғанға күрә, был ваҡиғалар планета киңлегенә тиңләрлек ҡеүәткә эйә булғандар. Ошо, 2-се моделгә ярашлы ҡоро ерҙе һыу баҫыуы бик ҙур тиҙлектә аҡҡан ташҡын булған, тип фаразлана. Шул сәбәпле ул ағым һыу юлындағы тау таштарҙы кавитация күренештәре менән емергән һәм бик эре таш киҫәктәрен йөҙҙәрсә саҡырым йыраҡлыҡҡа алып китеп, ятҡырып ҡалдырған. Шулай итеп, төрлө урындарҙа осораған ғибрәт ҙур таштарҙы – әүәле уларҙы боҙланыу осорҙарында боҙ ҡатламы алып килгән, тип һанайҙар ине – яңы теорияны иҫбатлаусы дәлилдәр иҫәбенә керетергә кәрәк булып сыға[5]. (Ундай таштар Ишембай тирәһендә бар, был турала артабан һүҙ буласаҡ). Бында шуныһы ла ифрат мөһим – ул ташҡын һыу океандан сыҡҡанға күрә , ниндәйҙер кимәлдә тоҙло ла булырға тейешлеге аңлашыла, йәғни эсергә яраҡһыҙ диңгеҙ һыуынан торған.

Был яҙмаларҙа 2-се модель буйынса һыу баҫыуы, тип атап ҡыҫҡа ғына тасуирланған теория М.Г.Гросвальд (1901-2007йй.) исемле Совет – Рәсәй ғалименең “Евразийские гидросферные катастрофы и оледенение Арктики”, тигән китабында 1999 йылда ғына донъя күргән[5]. Шул теорияға ярашлы, Төньяҡ боҙло океандағы боҙ ҡатламы аҫтындағы “күмелгән күлдән” ағып сыҡҡан һыу Донъя океанына бынан 19,4 мең, 18,0 мең, 14,2 мең, 11,5 мең, 9,6 мең, 7,6 мең йыл элек 6 тапҡыр ағып төшкән[5]. Ошо яҙмаларыбыҙҙан да күресәгебеҙсә, шуларҙың ҡайһыһылыр Урал тауҙары буйлап үтеп, Иран аша ла юл табып, Һинд океанына ҡойған[5]. Кешелек донъяһының боронғо тарихында булып үткән һыу баҫыуҙары тураһында беҙ бында күрһәтеп үткән бик ҙур фәнни яңылыҡтар тиҫтә йылдан артыҡ уҡ билдәле булһалар ҙа, ниндәйҙер сәбәп менәндер, “Урал батыр”ҙа тасуирланған һыу донъяһының тәбиғәтен ошо ҡобайырҙы өйрәнеүселәр иғтибарҙан ситтәрәк ҡалдырып киләләр, шикелле. Шулай итеп, ҡобайырҙағы диңгеҙ – мифтарға хас фантастик көрәш майҙаны рәүешендә генә ҡабул ителә, күрәһең һаман да.

Ошо хеҙмәттә юғарыла бик ҡыҫҡа һүрәтләнгән донъяны һыу баҫыуы сәбәптәренә таянып “Урал батыр” ҡобайырындағы шуға бәйле һәм башҡа ҡайһы бер тәбиғәт күренештәре тураһында уйланыуҙарҙың бер версияһын тәҡдим итәбеҙ. Бөйөк эпосҡа ҡағылғанда әйтеү фарыз – беҙҙең был юҫыҡтағы эш тулы, нигеҙле тикшереү, тип баһаланыуға дәғүә итмәй, был, бәлки, ошо йүнәлештәге тәүге аҙымдар ғына булыуы мөмкиндер.

Фәндең үҙенең үҫеше тарихына ярашлы рәүештә М.Г. Гросвальдың был революцион фәнни асышы ла бик күп оппоненттарының ҡаршы тороуына дусар булған, уны байтаҡ вазифалы һ.б. даирәләр танырға теләмәйҙәр[5]. Шаҡ ҡатырғыс күренеш – халҡыбыҙҙың “Урал батыр”ы ошо иң яңы фәнни асышты төрлө яҡлап иҫбатлай. Шуға күрә был яҙмаларҙа М.Г.Гросвальд тураһында белешмә биреүҙе кәрәк таптыҡ.

Михаил Григорьевич Гросвальд (1901 – 2007г.г.) – советско – российский ученый, открывший явление многократных катастрофических затоплений суши Земли океанической водой в древнейшей истории человечества. Масштабы этих потопов были таковы, что по сравнению с ними современные катастрофы, вызванные , например, цунами, кажутся лишь бурей в стакане воды. Именно с силами, несущими такой невиданный всесокрушающей потоп соленой воды, воевал герой башкирского народного эпоса – кубаира “Урал батыр” и, победив их, восстановил вечную жизнь на земле своих соплеменников, освободив природу от злых див(дейеү).

Теория гидросерных катастроф М.Г.Гросвальда превращает фольклорное мифическое произведение “Урал батыр”, как считается до сих пор, в воистину естественно – научное летосказание об этих грандиозных и невероятных природных событиях, основанное на вспоминаниях выживших в этой катастрофе свидетелей – наших далеких предков. Прилагаем фото этого великого ученого – непризнанного на своей родине гения.

2.Ҡобайырҙың “Инеш”-ендә иҫкә алынған күренеш һәм ваҡиғаларҙың ҡайҙа һәм ҡасан булғаны

Ерҙәге һуңғы боҙланыу осорона хас тәбиғәт күренештәренә, шул иҫәптән ҡобайырҙа күп урын алған һыуға бәйле тәбиғәт ваҡиғаларына ла таянып, “Урал батыр”ҙағы ваҡиғаларҙың ҡайҙа һәм ҡасан башланыуын ҡобайырҙың инеш юлдарынан уҡ аңлап була. Урыны турала[4]:

1. Борон – борон борондан

––

У тирәлә ҡоро ер

Барлығын һис кем белмәгән,

Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан

Буған, ти, бер урын.

Анда буған, ти, борон

Йәнбирҙе тигән ҡарт мән

10. Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ…

Алдараҡ килтерелгән картанан күренеүенсә, һыу баҫыуының 1-се моделенә ярашлы Евразияның уйпат ерҙәре бик ҙур майҙанды ҡаплаған һыу аҫтында ҡалған саҡтар булған. Уралды көнсығыштан да, көнбайыштан һәм көньяҡтан өҫкө кимәле унан күпкә түбәнерәк бик киң территориялар уратып яталар. Ҡобайыр хәбәр итеүенә ҡарағанда, фәндәге шул диңгеҙ тураһындағы ҡараш нигеҙҙә дөрөҫкә тап килә, ахрыһы. Нәҡ ошо диңгеҙ Уралды уратып алып, унда “ҡоро ер” ҡалдырған.

Ҡобайырҙа иҫкә алынған ваҡиғаларҙың ваҡытын түбәндәге юлдарҙан самаларға мөмкин:

470. –

Борон беҙ тыуған ерҙә,

Атайҙар үҫкән ерҙә

Үлем була торғайны:

––

480. Ерҙең өҫтөн һыу ҡаплап,

Ҡоро ере бөткән һуң;

Ҡасҡан – боҫҡан кешкләр

У тирәнән киткән һуң.

––

––

Әсәң мән беҙҙең ҡасып

Киткәнде у күрмәне.

Был йәнбирҙе ҡарттың улдары Урал менән Шүлгәнгә һөйләгән һүҙҙәренең бер өлөшө. Тимәк, Йәнбирҙе менән Йәнбикә Урал тауҙары янындағы түбәнерәк урындарҙы әлеге диңгеҙ һыуы баҫа башлағас, ҡоро ер эҙләп, ошонда – Урал тауҙары араһына килеп юлыҡҡандар борон заманда. Был диңгеҙ ҡоро ерҙе бик яй, быуаттар дауамында ғына баҫҡан; уның иң тәрән ваҡыты әлеге Ҡара диңгеҙҙе Урта ер диңгеҙе менән тоташтырған проливтар йырылып киткән мәлгә тап килә, тип фаразлана, сөнки шунан һуң ғына Көнсығыш Европаны Һәм Урал тауҙарынан көньяҡтараҡ ятҡан ерҙәрҙе ҡаплаған диңгеҙҙең һыуы Атлантик окаенға ағып китеп, ошо ерҙәр һыуҙан ҡотолған. Был ваҡиға бынан 11640 йыл элек булған, тип раҫлау ҙа бар[7], ләкин сама менән 10-15 мең йыл, тип әйтелгәне ышаныслыраҡ булыр һымаҡ[2]. Ә ҡарт үҙе тыуған еренән Урал тауы ҡалҡыулыҡтарына байтаҡҡа алданыраҡ, диңгеҙ баҫа башлағас уҡ, килгәндер тип алһаҡ, “Урал батыр” ҡобайырындағы тәүге ваҡиғалар бынан йә 10 меңдән, йә 11640, хатта 15 мең йылдан да боронғораҡ булып сыға(Бында Йәнбирҙенең иҫкә алған хәбәрендәге “борон” һүҙенә ул ҡарттың үлемдән ҡасып ҡотолоп, бәлки быуаттарҙан элегерәк ваҡиғаларҙы ла “үҙе хәтерләгән” рәүештә һөйләүе мөмкин булыуын иҫтә тоторға кәрәктер).

Йәнбирҙенең һүҙҙәренән ваҡиғаларҙың ваҡытын икенсе яҡтан килеп тә билдәләп була. Ул:

490 –

Беҙ килгәндә, мында әле

Йәнлектәр ҙә аҙ ине,

Ере лә йүнле кипмәгән,

Уаҡ – уаҡ күллек, һаҙ ине, – тип һөйләй.

Был- бик ҡыҫҡа булһа ла, ғәйәт тулы итеп һүрәтләнгән тундраға оҡшаш ландшафт. Ундай тәбиғәт шарттары беҙҙең тирәлә һуңғы оло боҙланыу осоронда – бынан 18000-12000 элегерәк йылдар араһында булған, шул урындарҙа мамонттар йәшәгән[6]. (Ул мамонттарҙың һүрәттәрен Шүлгән – таш мәмерйәһендә әле лә күрәбеҙ[7]). Шуныһы мөһим: Йәнбирҙенең был һүҙҙәрендә ул иҫкә алған әүәлге заманды “әлеге” донъя шарттарына – уның улдары йәшәгән көндәргә – ҡапма – ҡаршы ҡуйыуы күренеп тора. Тимәк, ул уллы булып, улары үҫеп етеүгә донъя хәлдәре ныҡ үҙгәргән – ере кипкән, йәнлектәр күп һ.б. Бындай ҡырҡа үҙгәрештәр Уралда Ерҙәге оло һуңғы боҙланыу осоро тамамланып, климаттың ныҡлы йылыныуы осоронда күҙәтелгәне бәхәсһеҙ һымаҡ. Бындай күренеш һуңғы тапҡыр бынан 12000йыл самаһы элек, плейстоцендән һуң голоцен – хәҙерге климат шарттары – урынлашҡан осорҙа булған, тип һанала[1], һ.б.

3.Туфан ҡалҡҡаны

Уның башланыуы ҡобайырҙа ошолай иҫкә алына:

4380 –

Берҙә –бер көн бар ерҙә

Күк – кумгәк һыу эркелгән,

Күк йөҙөндә ҡып – ҡыҙыл

Ялҡынлы ут бөркөлгән.

Күктә ҡош-ҡорт осалмай,

Ерҙә бер йән торалмай,

––

“Берҙә –бер көн бар ерҙә… һыу эркелгән”. Ошо һүҙҙәр һыу баҫыу ваҡиғаһының башланыуын көндәр менән генә һынап күрһәтә, ә айлап йәки йылдар дауамында яйлап килгән бәлә рәүешендә аңларға урын ҡалдырмай. “Бар ерҙә” тигән һүҙҙәрҙең беҙҙең, Көньяҡ Урал, шарттарында ул һыуҙың бик күп булыуына ла ишара итеп һанарға була, сөнки был тирәлә беҙҙә, хатта “ялан яғы” тип аталып йөрөтөлгән тигеҙерәк урындарҙа ла, “тау яғы”на ҡарағанда тәпәшерәк булһа ла, сағылдар, түбәләр, йырҙарға ингән арҡалар бар. Шулай итеп, килеп баҫҡан һыу шул юғарыраҡ урындарҙа ла эркелгәнгә күрә, уның ифрат күп булыуын танырға тейешбеҙ. Ниһәйәт, аңлатмалы һүҙлектә был һүҙҙең үҙен(эркелеү) “бер юлы бер урында күпләп йыйылыу”, тип аңлата. Ҡобайырҙа урын алған ошо бик күп һыуҙың ҡапыл килеп баҫыуы тураһындағы хәбәрҙән Көньяҡ Уралды һыу баҫыуы юғарылағы икенсе моделгә тап килә, тигән һығымта яһарға мәжбүр булабыҙ, тәүге ҡарашта уҡ. Тимәк, бар ерҙә эркелгән һыу – Төньяҡ боҙло океандан килеп баҫҡан диңгеҙ һыуы булғандыр, ахрыһы, тип уйларға тура килә. Артабан ошоно иҫтә тотайыҡ.

“Күк – кумгәк һыу”. Беҙҙең тирәлә ташҡын һыу йә һорғолт, йә ҡарараҡ, йә аҡһыл була. Был төҫ ташҡан йылғаның үҙенең һәм уға ҡойған бәләкәйерәк йылғаларҙың һыу емергән ярының төҫөнә бәйле.

Әгәр ҙә юғарыла раҫлауыбыҙ хаҡ булһа, Төньяҡ боҙло океандың боҙ быуаһы эсенән сығып көньяҡҡа табан ағып киткән бик ҙур һыуҙың ярҙары ла, ҡушылмалары ла булмаған, әлбиттә. Ошо һәм алда ентекләберәк бәйән ителгән сәбәптәр арҡаһында ул океан һыуы Көньяҡ Уралға килеп еткәнсе үҙенең күк төҫөн һаҡлаған һәм ҡобайырға кергән. Беҙҙең фекеребеҙсә, был ғәжәп күренеште ташҡын ағын һыуҙың үтә тәрән(ҡалын? бейек?) булыуы менән генә, аңлатырға мөмкин. Шулай булғанда, ул ҡалын һыуҙың алғы өлөшө ишелеп ергә “түшәлә” барып, арттараҡ килгән һыу массаһы өсөн тигеҙ “юл” яһаған, ә бының өсөн ошо “түшәлгән” һыуҙың үҙ юлындағы рельефтың тигеҙһеҙлектәрен күмеүе шарт1. Барлыҡҡа килгән тигеҙ “юл – һыу” өҫтөнән океандың ҙур массалы һыуы көньяҡҡа сапҡан да сапҡан, сапҡан да сапҡан…[5]. Тик, ул ҙур тиҙлектә хәрәкәт иткән һыуҙың алғы өлөшө бер туҡтауһыҙ ағым аҫтына “түшәлә” барғанға күрә, һыуҙың иң алғы өлөшө(фронты) ҡуптарып йыуып алып киткән сүп – сар, болғансыҡ балсыҡ һ.б. ҡушылмалар бер туҡтауһыҙ аҫта ҡалып, яңы һыу менән – юғарынан ағып төшкәне, таҙаһы менән – күмелә барғандар. Шуға күрә, океандың һыуы Көньяҡ Уралға килеп еткәндә лә төҫөн һаҡлауы мөмкин, тип фаразлайбыҙ. Һыуҙың ошо ҙур ҡалынлығы арҡаһында уның төбөндә яйыраҡ аҡҡан сүп – сарлы болғансыҡ һыу, хәҙерге үлсәмдәр менән иҫәпләгәндә, бик ҡаты ағым булһа ла2, юғарыраҡ аҡҡан өҫкө ҡатлам һыуҙан ныҡ артта ҡалған. Ошо сәбәптәр менән иң тәүҙә килеп баҫҡан һыу таҙа, “күк – күмгәк” төҫтә булған. Шулай итеп, ҡобайырҙағы һыуҙың төҫө тураһындағы һүҙ юғарыраҡ яһалған һығымтаны – һыуҙың ҡапыл бик күп булып килеүен – раҫлауҙан тыш, уның ғәйәт ҙур ҡалынлыҡтағы диңгеҙ һыуының ағымы булыуын да күрһәтәлер, беҙҙең ҡарашҡа.

“Күк йөҙөндә ҡып – ҡыҙыл ялҡынлы ут”. Был ағын һыу ысынлап та Төньяҡ боҙло океандан ҙур тиҙлектә, тимәк, бер нисә тәүлектә үк килеп етһә, ул бик һалҡын булған, йылынып өлгөрмәгән. Былай уйларға өҫтәлмә сәбәп итеп һыуҙың боҙ ҡатнаш булыуын да иҫәпкә алырға кәрәтер, сөнки ул океандың ҡарлы – боҙло донъяһы араһынан ҡотороноп урғылып сығып ағып ятҡан ағын һыу, әлбиттә, боҙ киҫәктәрен дә емереп алып китмәй булмаҫ[5]. Тәбиғәттең ошо ысын мәғәнәлә бөтә Ер планетаһына тәьҫир итергә тейешле һәләкәте(катастрофаһы) уғаса күренмәгән көс – ҡеүәткә эйә булған йәшен уттарының балҡып гөрһөлдәүе менән бергә ҡатнаш булғандыр, тигән фекергә килергә тура килә. Күренеп торған сәбәптәрен атауы еңел:

– тиҙлеге бик ҙур һыу ағымы һауаға ышҡылыу сәбәпле ғәйәт юғары электр көсөргәнеше(миллиондарса вольт) тыуҙырырға тейеш булған;

– ҡалынлығы йөҙҙәрсә метр3, ә киңлеге 136 км-ҙан артыҡ4 бик һалҡын һыу ағымы беҙҙең тирәләге сағыштырмаса йылы һауа менән осрашҡанда(әгәр һыу баҫыу йәй көнө булһа), йәки ҡышҡы һыуыҡ һауа менән осрашҡанда ла(ташҡын һыуҙың температураһы нулдән саҡ ҡына юғарыраҡ булырға тейеш тип һанай алабыҙ), әлеге заманда “йәшенле фронт” тип атап йөрөтөлгән тәбиғәт күренешенә оҡшаған шарттар барлыҡҡа килгән. Тик ҡобайырҙағы “йәшенле фронт”, ҡәҙимге шарттарҙағы кеүек, йылы һауа менән һалҡын һауа ағымы ыңғайына күсеп китмәгән, ә гел генә бер урында, шул океандан килгән ташҡын һыу ағымы өҫтөндә торған. Уның ҡалын болоттары араһында уйнаған көслө йәшен уттары,

ниндәйҙер сәбәптәр менән, тере ҡалған боронғо бабаларыбыҙға “ҡып – ҡыҙыл ялҡынлы ут” булып күренеүенә шикләнмәҫкә мөмкин. Йәшенле болоттар менән тулған һауала, бөтә ара – тирәне ҡаплаған һыуҙа “күктә ҡош – ҡорт осалмай, ерҙә бер йән таралмай”, тип раҫлау – арттырып һөйләү түгелдер.

4.Халыҡтың һыуҙан ҡотолоп, йәшәргә яраҡлы ерҙәргә сыҡҡаны. Һыу баҫыуҙың дауам итеү ваҡыты. Һыу ағыҙып алып киткән халыҡтың Уралды эҙләп тапҡаны

“Урал батыр”ҙағы һыу баҫыу ваҡиғаларын уйлап сығарып һөйләү мөмкин түгеллеге – бәхәсһеҙ. Шуға күрә, ул ваҡиғаларҙың шәһиттәре нисек тере ҡала алдылар икән, тигән мәсьәлә хәл иткес дәрәжәлә мөһим Оло һәләкәттән алдараҡ, Әзрәкә дейеүҙәрен эшкә ҡушмаҫтан элек, Шүлгән туфан һыуын күтәртеп “халыҡты ҡырырға маташҡан”, ләкин уның бөрккән һыуы ҡороған(2-се бүлек, [4]). Был осраҡ Урал тауҙарының ара – тирәһендәге сөсө(тоҙһоҙ) һыулы диңгеҙҙең кимәле ниндәйҙер сәбәп менән ныҡ ҡына күтәрелеп, тағы ла түбәнәйеүенә ишара булыуы ихтимал, тип уйларға нигеҙ бар, сөнки ул, бик киң булһа ла, һай диңгеҙҙең тәрәнлеге төрлө сәбәптәр менән, мәҫәлән, яуым – төшөм миҡдары үҙгәреүе, оҙаҡ иҫкән көслө елдәр, һыуҙың Донъя океанына ағып төшөү юлдары киңәйеүе – тарайыуы һ.б. арҡаһында йыш ҡына ныҡ үҙгәреп торған, тип фаразлана[2]. Был беҙҙең фекерҙең төп таянысы шул: Шүлгән һыу бөрккәндә уға дейеүҙәр ярҙамы тураһында һүҙ юҡ, шуға күрә тәүге һыу баҫыуы дейеүҙәрһеҙ, йәғни сөсө һыу ваҡиғаһы булған, тип ҡарай алабыҙ. Утрау шарттарында йәшәгән, ошо бәләкәйерәк һыу баҫыуҙарға даими тарып көн иткән Урал халҡы ҡапыл баҫҡан һыу һәләкәтендә ҡотолоу ысулдарына эйә булған, тип уйлайбыҙ. Был, әлбиттә, бик дөйөм яуап. Ҡотолоуҙың конкрет сараларына бәйле һүҙ түбәндә буласаҡ. Шуларҙың береһе тураһында ҡобайырҙа:

4420 –

Күк күкрәп торған, ти;

4430.Һыуҙар ҡайнап торған ти.

––

––

Ер һелкенгәндәй буған:

Әзрәкә һушһыҙ йығылған,

Имәнес ҙур кәүҙәһе

Һыуҙы урталай бүлгән;

4440. Халыҡҡа менеп торорға,

Йәйерәп хәл йыярға

Ҙур бер Ямантау буған.

Был юлдарҙан шуны күҙ алдына килтерә алабыҙ: ташҡындың ағыу тиҙлеге бик ҙур булғанға күрә, һыу Ямантауға бәрелгәндә ер һелкенгәндәй булып, күк күкрәү, йәшенле уттар барлыҡҡа килтерерлек бик дәһшәтле тәбиғәт күренеше барлыҡҡа килгән. Туфан һыуының юғарыла аталған икенсе моделенә ярашлы океандан килгән ташҡын һыуҙың тиҙлеге сәғәтенә 100-120-200 км-ға еткән тип һанала[5]. Ҡобайырҙан күреүебеҙсә, был һан ысынға оҡшай. Ғәжәп, ошо хәтәр тиҙлек халыҡтың ҡотолоуына Уралда ла, унан ситкә һыу ағыҙып алып киткәндәренә лә, һәләкәттә тере ҡалырға бер сәбәп булғандыр, һымаҡ күренә беҙҙең ҡарашҡа. Ысынлап та, ҙур тиҙлектә Ямантауға бәрелгән һыу ағымы ике яҡҡа ярылып киткән – “имәнес ҙур кәүҙәһе һыуҙы урталай бүлгән”. Шуның һөҙөмтәһендә тауҙан тайпылып ике яҡҡа һикергән5 ағым Ямантауҙан көньяҡҡа табан байтаҡ ҙур урындарҙы урап үтеп, ағып ятҡан булһа кәрәк. нәҡ ошо урындарҙа “халыҡҡа менеп торорға, йәйерәп хәл йыярға” мөмкинлек барлыҡҡа килгәндер. Ләкин был туфандан ҡотолоуға бер аҙым ғына булған, сөнки артабан йәшәү өсөн, был утрауҙа аслыҡтан, һыуыҡтан һәләк булмау өсөн киң ҡоро ерҙәр табырға тейеш булғандар был һыу йыуып алып китеүҙән ҡотола алған кешеләр. Ошо ниәт менән уларҙың бер өлөшө ҡайыҡтарында ағын һыуға төшөп китергә тейеш булғандыр. Шулай итеп, төньяҡ боҙло океандан сығып Урал тауҙары, Туран уйпатлығы киңлектәре, Иран яҫы тауҙары араһынан юл табып, Һинд океанына барып ҡойған ташҡын ағым[5] бер нисә тәүлек үтеүгә, әкиәттәрҙә(йәки мифтарҙа) ғына була торған рәүештә, Уралда ҡайыҡтарға улырып өлгөргән кешеләрҙе туп-тура7 алыҫ көньяҡтағы һыу баҫа алмаған бейек урындарға – ҡоро киңлектәргә – ҙур территорияға таратып һипкән. Шунда буласаҡ батырҙар буй еткеркп “ат менерҙәй ир буған”дар. Ләкин был Уралдан сыҡҡан диаспораның тормошо еңел булмаған: уларҙы бында бер кем дә көтөп тормаған, йәшәүгә уңайлы урындарҙың күптән үҙ хужалары булған. Шуға күрә уларҙың ололары ҡайҙалыр ҡалған тыуған илен һағынып, онота алмағандар. Һыуҙың ҡайтҡанын күргәс, был аҙашҡан, сит ерҙә олоғайған, халыҡ үҙҙәренең йәш улдарын ҡайҙалыр алыҫта ҡалған тыуған илдәрен эҙләп табырға юлға сығарған.

Ҡобайырҙан был турала бер өҙөк:

4570. –

Дүрт батырға ҡарата:

––

––

4580. “Улым мән Уралды

Эҙләй бергә китегеҙ,

Барып сәләм әйтегеҙ…”

Был Яйыҡ менән юлға сығасаҡ батырҙарға ҡушылған йомош. Нөгөш, Иҙел, Һаҡмарға ла ошондай бурыс йөкмәтелгән. Батырҙарҙың тыуған илен эҙләүе мажаралары ҡобайырҙа юҡ, ләкин улар төньяҡҡа табан барғанда Уралдың көньяғында (һәм көнбайышында ла) ятҡан киң, сөсө һыулы диңгеҙ ныҡ һайығып, бик ҙур территориялар ҡороған булыуы мөмкин, сөнки карталағы диңгеҙҙең ошо өлөштәре 11640 йылдан һуң һыуҙан арныған, тип раҫлана[1]8.

Алдараҡ билдәләүебеҙсә, Шүлгән “бөрккән һыуҙың” ҡороуы ла, моғайын, шул көньяҡ – көнбайыштағы диңгеҙҙең Уралдан сигенеүенә ишара, буғай. Шуныһы асыҡ һымаҡ: әлеге Уралда йәшәгән, ләкин Туфан һыуы Иран яҫы таулыҡтарына итеп сәсәп таратҡан халыҡтар яҡшы уҡ үҫешкән үҙенсәлекле мәҙәниәт, тәрән ерле ғөрөф – ғәҙәттәргә эйә булған күп һанлы, ойошҡан ҡәүемдәрҙән торған булһа кәрәк. Шулай булмаһа, ул дүрт батырҙың дүрт ҡәүеме 2000км-ҙан ары ҡайҙалыр тороп ҡалған үҙ илен, һыу баҫыуҙан күргән оло юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, эҙләп табып кире ҡайтып, һыу баҫыуға бәйле күренештәрҙе һәм ваҡиғаларҙы хәтерендә һаҡлай алмаҫ ине – улар Ирандағы ҡәүемдәр араһында юғалыр ине6. Күреүебеҙсә, алыҫтағы Уралды Иран яҫы таулығындағы ерҙәр менән тоташтырған һуҡмаҡтарҙы “Урал батыр” ҡобайырындағы ҡәүемдәр үк тапай башлағандыр, бәлки, тип фаразларға урын бар! Шул һуҡмаҡтар юлға әйләнеп, меңәр йыл тутыҡмай ятһа, ҡобайыр менән көньяҡ халыҡтарының эпостарының оҡшашлығы – тәбиғи. Тик эпостарҙың һәм беҙҙең ҡобайырҙың ижад ителеү ваҡытына килһәк, “Урал батыр”ҙағы тәбиғәткә – һыу баҫыу һ.б. – бәйле өлөштәр боронғораҡтыр, сөнки улар шул ваҡиғаларҙың шәһиттәренең хәтирәләре булыуын бөгөнгө фәндең иң һуңғы ҡаҙаныштары кире ҡаҡҡыһыҙ раҫлайҙар [1], [2], [5], [6] һ.б. Улай ғына ла түгел, “Урал батыр”ҙа тасуирланған тәбиғәттең боронғо ваҡиғаларына һәм күренештәренә бәйле мәғлүмәттәр үҙҙәре был замандың ҡайһы бер иң яңы фән йүнәлештәре(тармаҡтары) өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә буласаҡ әле – әгәр тейешле саралары күрелһә…

Ниһәйәт, ҡобайырҙан ташҡын һыу баҫыу бәләһенең күпме дауам итеүен дә самаларға мөмкин:

4450. Урал күп йыл һуғышҡан,

––

Урал яуға сыҡҡанда,

Яңы тыуған балалар ҙа

Ат менерҙәй ир буған.

Янына улдары менән ҡустыһы Һаҡмар килгәс тә һуғыштың бер аҙ дауам итеүен 1-2 йыл тип алғанда, ә йәш батырҙарға 15-17 булһа, ошо Туфан һыуы, күрәһең, 16-19 йыл батырҙарҙың ҡәүемдәрен һуғыш дәүеренә хас көсөргәнештә тотҡандыр, тип иҫәпләргә була. (Был мәсьәләгә тағы ла ҡайтасаҡбыҙ).

Иранға ҡағылған тағы бер һүҙ. Ҡобайырҙағы эсергә ярамаған һыу, ихтимал, бик ныҡ тоҙло, әлеге уртаса океан һыуынан тоҙлораҡ булғандыр, тигән фаразға ла урын бар. Сәбәбе – Иран яҫы таулыҡтарындағы барлыҡҡа килеүе билдәһеҙ тоҙ ятмаларының серҙәре нәҡ ошо Төньяҡ боҙло океандан сығып Иран ере аша ағып үткән Туфан һыуынан ҡалған тоҙ, тип аңлатыла гидросфералағы катастрофалар теорияһында[5].

Түбәндә бер ниндәй ҙә фәнни сығанаҡтарға һылтанмайынса, үҙемдән генә – тау инженерынан – уҡыусының иғтибарына бер нисә фекер тәҡдим итәм. Уҡыусы уларҙы ҡарамаһа ла була, сөнки артабанғы хәбәребеҙҙә был һүҙҙәргә таянмаясаҡбыҙ.

1. Һыуҙың ныҡ тоҙло булыуы ла, ихтимал, тип һанауыбыҙҙың сәбәптәре ошо:

Бөтә яғынан да боҙ быуаһы менән уратып алынып, Донъя Океанынан айырылған Төньяҡ боҙло океандың өҫтөндәге боҙҙан хасил булған “ҡалҡан”дың яуым – төшөм (башлыса, ҡарҙыр) сәбәпле ҡалынлығы артып, ҡитғаларҙан да юғарыраҡ күтәрелгән ваҡыттарҙа, бәлки, ошо боҙ “ҡалҡан” аҫ яҡлап та, океандың үҙенең һыуы туңыуы сәбәпле лә, ҡалынайғандыр. Ошо фараз хәҡикәткә тап килһә, океандың һыуындағы тоҙҙоң миҡдарының проценты артырға тейеш була, сөнки һыуҙың туңған өлөшөндәге тоҙ туңмаған өлөшөнә күсә.

2. Беҙҙеңсә, Уралда ҡыйыҡтарына ултырып ағып һыуға төшөп киткән(дөрөҫөрәге, күп осраҡтарҙа һыу үҙе ағыҙып алып киткән) кешеләрҙең һыуҙан сығыу өсөн 2000км-ҙан ары ятҡан Иран тауҙарынан башҡа бер ниндәй ҙә мөмкинселеге булмаған – юлда улар икһеҙ – сикһеҙ ағын һыу уртаһында ҡалғандар. Тик диңгеҙҙә уларға яҙмыш бик мәрхәмәтле булған: тауҙарға бәрелгәндә ярһыған һыу уларҙы күмгәс, арыраҡ – тауҙарҙан ялан яҡҡа сыҡҡас та – тыныс сапҡан. Уның хәтәр тиҙлеген – сәғәтенә 100-150 км булһа ла – уның менән ағып барған кешеләр бөтөнләй тоймаған. Сәбәбе – ара – тирәлә гел генә һыу булған, ә кәмә өҫтөндәге ниндәйҙер кимәлдәге ҡалынлыҡтағы һауа ҡатламы һыу, ҡайыҡтар менән бер тиҙлектә тиерлектә хәрәкәт итергә тейеш булған, сөнки ул аҡҡан һыуҙың киңлеге йөҙҙәрсә “км”, ә оҙонлоғо Төньяҡ боҙло океандан Иранға, унан тауҙар аралап, Һинд океанына тиклем еткән. Әлбиттә, Уралдан алыҫлашҡас ағымдың тиҙлеге ныҡ кәмегәндер – быға океан һыуының йәйелеп китеүе, юлында Иран тауҙарының ҡаршылығы сәбәп булырға тейеш. Тирә – яҡта бер ҡоро ер, тау түбәһе күрмәгән кешеләр үҙҙәренең ҡайһы йүнәлештә хәрәкәт итеүен дә аңламағандар, шуға күрә улар ҡоро ергә баҫҡанда аҙашҡан кеше хәлендә ҡалғандар.

3. Уралға юл табыу мәсьәләһе ошо сәбәптәргә бәйле улар өсөн баш ватҡыс йомаҡ булып торғандыр, тип уйларға тура килә. Ләкин, юлға сыҡҡан дүрт батырҙың Уралды эҙләүе баребер аңлы йүнәлештә булғандыр, тип ныҡлы ышанып була. Бының өсөн ул һунарсы ҡәүемдәренең улдары ярайһы уҡ бай мәғлүмәткә эйә булғандар. Шул турала әҙерәк фекер тәҡдим итәбеҙ.

а) Ҡайыҡтарында алданыраҡ ағып киткән кешеләр һыу күмеп бөтмәгән таныш тауҙар янынан үткәндә ағымдың көньяҡҡа(Ҡояш иң юғары торған тарафҡа) икәнен шәйләргә тейеш булалар.

б) Һыу менән барған ҡайыҡтар асыҡ “диңгеҙ”гә сығып Урал түбәләре күҙҙән юғалғандан һуң да байтаҡ ваҡыт һыуҙың Урал тауҙарына бәрелеп шаулап гөрһөлдәүен ишетеогә тейеш булалар, моғайын. Был – һыу өҫтөнән, ҡайһы бер осраҡтарҙа, тауыш бик алыҫҡа китә алыуы менән аңлатыла. Жюль Вернда капитан Гранттың ҡыҙы атаһының тауышын төнөн ишетеп ҡалыуы – фантазия ғына түгелдер. Мәҙәк итеп иҫкә төшөрә алабыҙ: беҙҙең Ҡөҫәпҡол ауылының балыҡсыһы(Ишембай районы) Ватан һуғышының иң ауыр осоронда(1942, көҙ) иртән Иҙелдә ауын ҡарағанда(һуғыш барған яҡтандыр) туптар атып шартлауҙарын ишеткән, имеш.(С – дин бабай). Шул һыу гөрһөлдәгән саҡта кәмәләгеләр Ҡояшты, йәки йондоҙҙарҙы ла күреп ҡалһа, улар үҙҙәренең ниндәй тарафҡа китеп Уралдан алыҫлашыуын аңлай алғандар;

в) Шул да бар, Иран тауҙары күренгәндә Ҡояш йәки йондоҙҙар ҙа күренһә, ошо м      әсьәләлә тағы ла нығыраҡ асыҡлыҡ өҫтәләсәк;

г) Ниһәйәт, иң мөһим мәғлүмәтте Ирандағы ерле халыҡ һүҙҙәренән аңларға тейеш булалар беҙҙең яҡташтар. Улар ошо һалҡын тоҙло һыулы ташҡындың тиреҫтән, һыуыҡ елдәр иҫә торған мәңге ҡараңғы(Төньяҡтан) килеп тулыуын күрергә тейеш булғандарҙыр, тип уйларға була.

Ҡобайырҙа күк йөҙөндә ҡош осалмаҫлыҡ болоттар ҡайнауы тураһында әйтелеүен иҫәпкә алғанда, беҙҙең әлеге “Ҡояш, йондоҙҙар күренһә”, тип өмөт итеү нигеҙһеҙ һымаҡ. Ләкин…, кем белә ул аҡылға һыймаҫлыҡ ағымдың өҫтөндәге бөтә атмосфера күренештәрен?! Мәҫәлән, емергес океан тайфунының үҙәгендә, ғәҙәттә, “око тайфуна” тигән аяҙ күкле, елһеҙ тыныс урын була…

5.Ташҡын һыу ҡайта башлағас дейеүҙәр кәүҙәһенә оҡшаш тауҙар барлыҡҡа килгәне, үле бушлыҡтар күренгәне; йәншишмәләр

4400 –

Дейеүҙәрҙе ҡырған, ти,

Шул саҡлы улар үлгән, ти,

4410      Киң диңгеҙҙең өҫтөндә

Тау барлыҡҡа килгән, ти,

––

Урал барған юлдарҙан

Халыҡ эйәреп барған, ти.

––

4440      –

Һыу эсенән бары халыҡ

Шунда сыға барған, ти.

Шуға иғтибар итәйек: әгәр ҙә һыу уртаһындағы күҙәтеүсегә ошо “киң диңгеҙҙең” ярҙары күренмәһә, һыуҙан ҡалҡҡан тауҙарҙың, күренгән ҡоро ерҙең ниндәй сәбәп арҡаһында барлыҡҡа килеүен ул бер нисек тә белә алмаясаҡ: был – әллә һыу китеүҙәнме, әллә – улар үҙҙәре һыуҙан күтәреләме? Әлбиттә, яуыз дейеүҙәр йәшәгән һыуы менән китеп барып, халыҡҡа ҡоро урындар ҡалдырҙы, тип һыу күмеп бөтмәгән тауҙарҙа ҡалған кешеләр уйлауы мөмкин түгел, шулай булғас, сәбәптең һуңғыһына ышанырға тейеш булалар ул тәбиғәт балалары. Ошоларҙы иҫтә тотһаҡ, ҡобайырҙың был өлөшөн дә “әкиәт” тип атау хата булыр ине.

Һыуҙы эсергә яраҡһыҙ иткән диңгез һыуына хас ҡушылмаларҙы дейеүҙәргә бәйләгән ҡараш ҙур,ара-тирәнән айырылып торған,ҡайһы бер тауҙарҙы дейеүҙәрҙең үле кәүҙәләре, тип ышаныуға сәбәп булғандыр, ахыры. Был ошоға бәйле: беҙҙең күҙәтебеҙсә, ҙурыраҡ йылғаларҙың һыу йыйыу майҙандарын айырып яткан тау һырттарында, урыны менән, ямғыр, ҡар һыуҙарының бер яҡҡа ла аҡмай яткан һаҙмат урындар, хатта күләүектәр осрай. Тау һырттарының шундайыраҡ ерҙәрендә ташҡын килтергән диңгеҙ һыуының һаҡланып ҡалыуы – тәбиғи күренеш. Ошо тәме әсе, еҫе ауыр һыуҙың ҡайһы бер тауҙарҙа булыуы уларҙы үлгән дейеүҙәр кәүҙәһе, тип һанауға килтергәндәр. Был оҡшашлыҡты, бөтә үҫемлекте ҡош – ҡортто һыу йыуып алып киткәнгә күрә ара – тирәләге яланғас, ҡурҡыныс өнһөҙ бушлыҡ ныҡ көсәйткәндер… Һыу йыуып асҡан тау ҡатламдарының төрлө төҫтәге өлөштәренә ҡарап, боронғо һунарсылар дейеүҙәрҙәң һөлдәләрендә ҡабырғаларын, умыртҡа һөйәктәрен, уларҙың нисә башлы, ҡуллы булыуын күргәндәрҙер… Тик шуныһы мәғлүм, йәнле тәбиғәт үҙенә яһалған яраларҙы ғәжәп тиҙ арала уңалта алыуға һәләтле. Быға миҫал итеп 19 – сы быуаттың аҙағына яҡын Кракатау вулканы шартлау һөһөмтәһендә диңгеҙ уртаһында барлыҡҡа килгән ике утрауҙы үҫемлектәр һәм йән эйәләренең бик тиҙ үҙләштереүен иҫкә алырға була. Ошоға оҡшаш күренештәр, ташҡын һыу ҡайтҡас, беҙҙә лә булған, ахрыһы – был ҡобайырҙа Йәншишмәнең тылсымлы һыуының көсө менән аңлатыла:

5260      Дейеүҙән өйгән тауына

Һыуҙы алып һипкән, ти:

––

5270      Һыу күп һипкән еренән

Ҡарағай, шыршы үҫкән,ти,

Иҫкә алынған үле төҫтәге бушлыҡтарҙа йәнле тәбиғәттең яңынан уяныуы шишмәләр тирәһенән башланырға тейешлеге аңлашылып тора: яланғас, үләнһеҙ – ағасһыҙ тауҙарҙан, һөҙәк үҙәндәрҙән ямғыр һәм ҡар һыуҙарының күп өлөшө тиҙ ағып китеп, ә ергә һеңеп ҡалған өлөшөн ел. Ҡояш күләгәһеҙ асыҡ булған ерҙән быуға әйләндереп осорғанға күрә, ҡош – ҡорт, кеше, ел менән килеп сәселгән орлоҡтарҙан тыуған йәшел үҫемлек донъяһы шишмәләрҙең дымға бай ара –тирәһен бик тиҙ, иң алда ҡаплаған. Шулай итеп, шишмәләр халыҡ, ҡош – ҡорт һәм ҡоро ер хайуандары өсөн ысын, тура мәғәнәлә йәшәү сығанағы булыуҙан тыш, тәбиғәттең яңынан терелеүен тәьмин итеүсе мөғжизәле көскә әүрелгәндәр. Ошонан киләлер, моғайын, “йәншишмә” тигән һүҙҙең барлыҡҡа килеүе һәм уның серле киң мәғәнәһе. Беҙҙең ҡарашҡа, йәншишмәләр Ер йөҙөндә әле лә бар. Тик улар башҡаса – оазистар, тип атала.

Бөгөнгө оазис – йәншишмәләр ҙә Туфандан ҡалған Көньяҡ Уралға оҡшаған бушлыҡтарға йәшәү йәме биреп һәм янындағы үҫемлектәргә, ҡош-ҡортҡа, әҙәм балаларына йән аҫырау өсөн сығанаҡ булып, боронғо Уралдағы әһәмиәтен бөгөн дә юғалтмай, “шылтырап матур ағып” яталар… Ҡобайырҙың ошо Урал тауҙарының диңгеҙҙә өйөлгән үле дейеү кәүҙәләренән барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләгән иң фантастик өлөшө Туфан ҡалҡыуҙың “икенсе моделе” тип юғарыла аталған теория өсөн ифрат мөһим фактик мәғлүмәттәр сығанағы булып тора:

1. Туфан һыуы бөтә ара – тирәгә йәйелеп, “киң диңгеҙ” хасил иткән.

2. Ул һыуҙың тәрәнлеге тауҙарҙы күмгән.

3. Туфан һыуы бик ҡаты ағым булып, күмелгән тауҙарҙы йыуып, үҫемлектәрен алып китеп, ҡурҡыныс дейеүҙәр кәүҙәләренә оҡшаш итеп уларҙың ҡатмарлы геологик төҙөлөшөн асҡан.

4. Ошо беҙҙең ҡарашҡа, бәхәсһеҙ күренгән һығымталарға тағы ла бер өҫтәлмә лә хәҡиҡәттән ситләшеү булмаҫ кеүек.

Был “диңгеҙҙә” шул һыу һәләкәтенең шәһите булған кешеләр тере ҡалырлыҡ ҡоро, һыу баҫып бөтмәгән урындар ҙа ҡалған; күрәһең ул урындар Ямантау һымағыраҡ бик бейек түбәләр йә һырттарҙа булғандарҙыр. Ошондағы кешеләр ташҡындың иң юғары мәленән һуң һыу ҡайта башлағас диңгеҙҙә барлыҡҡа килгән тауҙарҙы үҙ күҙҙәре менән күреп, уларҙың һөйләгәне, “ти” ҡушып, ҡобайырға индерелгән.

5.      Моғайын, ташҡындың иң көслө осоро бигүк оҙаҡ дауам итмәгәндер, сөнки бөтә ара – тирәне ҡаплаған ташҡын айҙар, йәки йыл буйы аҡһа, ваҡиғаларҙың шәһиттәре лә һыуыҡтан, астан, эсәр һыуһыҙ һәләк булырҙар ине. Был фараз фәнни ҡарашҡа тап килә [5].

6. Туфандан ҡалған тоҙло һыулы күлдәр

Үҙәндәрен ағын ташҡын һәм әүәлге сөсө һыулы диңгеҙ боҙған йылғаларҙың ҡабат юл ярғаны.

Ниһәйәт, был Туфан һыуының диңгеҙҙән (был осраҡта Төньяҡ боҙло океандан) сығып килеүенә иң баҙыҡ дәлил – уның эсергә яраҡһыҙ булыуы. Шул мәсьәләне ҡарайыҡ. Ағын һыу баҫып үткән ерҙәрҙә, ғәҙәттә йыш ҡына, соҡорло урындарҙа тигеҙлек, ә шундайҙарында – һыу йыуған йырындар барлыҡҡа килә. Ошо күренеш арҡаһында, ташҡын һыу йылғалар селтәренең күп урындарҙа юлын быуып, тәбиғәттә быуаттар буйына көйләнгән һыу әйләнешен тамам, аҙаҡ сиккә килтергәнсе, боҙғандыр, тип уйларға була. Ундай урындарҙа диңгеҙ һыуынан ҡалған күлдәрҙең һыуы, тоҙло булғанға күрә, эсергә ярамаған, шуға күрә бөтә ҡоро ер йән эйәһе һыуҙы шишмәләрҙән генә эсергә мәжбүр була. Был турала ҡобайырҙа

5620      –

Ҡош – ҡорт, йәнлек күбәйгәс,

Шишмә һыуы етмәгәс,

Күлдән ҡурҡып эсмәгәс,

Халыҡҡа һыу етмәгәс,

––

5710      Иҙел батыр тапҡан һыу,

Шылтырап матур аҡҡан һыу

Иҙел булып ҡалған, ти.

Шул иғтибарға лайыҡлы – бында “матур” эпитеты “аҡҡан”ға ҡуйылған, ә “һыу”ға түгел. Был әлеге Иҙел, Нөгөш, Яйыҡ, Һаҡмар урынында туфандан һуң аҡмай ятҡан күлдәр теҙмәһе генә булғандыр, тигән фекерҙе ҡеүәтләй, беҙҙеңсә. Шуға күрә матур аҡҡан һыу шишмәләрҙәй ҡәҙерле йәшәү сығанағына әүрелеп, шул тирәнең батырҙары исеме менән аталып йөрөтөлгән. Әлбиттә, был дүрт йылға Туфанға тиклем дә Көньяҡ Уралдың һыуын ситкә алып китеп ағып ятҡандарҙыр, тик һыу баҫыу уларҙы юҡ иткән. Элекке үҙәндәре буйлап юл йырған осраҡта ла, матур итеп ағып киткән ошо йылғалар Туфандан һуңғы быуындар өсөн яңы һыуҙар, тип ҡабул ителеүе тәбиғи хәл күренә.

Аталған дүрт йылғаның шул заманда ғына барлыҡҡа килеүе тураһындағы ҡобайырҙағы хәбәрҙең тағы ла бер бик мөһим тәбиғи нигеҙе бар – уны юғарыла күрһәтелгән картаға ҡарап аңлап була. Ул картанан күренеүенсә, Уралды утрау хәлендә ҡалдырған сөсө һыулы диңгеҙ Нөгөш менән Һаҡмарҙы ғына күммәгән, ә Яйыҡтың әлеге урта һәм түбәнге, ә Иҙелдең түбәнге ағымы һыу аҫтында булған. Әгәр ҙә Урал өҫтөнән үткән һыу һәләкәте – Туфан ҡалҡыу – һәм шул сөсө һыулы диңгеҙҙең Уралдан сигенеүе Ерҙәге әлеге йылы осор – Голоцен – башланғанда булып үткән ваҡиғалар [5], [1], тип раҫланыуын иҫәпкә алһаҡ, ҡобайырҙағы Иҙел, Нөгөш, Һаҡмар, Яйыҡ йылғаларының йырылыуы тураһындағы хәбәрҙе шул йылғаларҙың Ерҙә боҙланыу осоро үткәс яңынан тыуыуы тураһындағы риүәйәт, тип аңларға тейешбеҙ. Ғәжәп, ошо урында уҡыусы бөгөнгө фәндең “Урал батыр” ҡобайырының бер өлөшөнөң дөрөҫлөгөн иҫбатлауынамы, әллә ҡобайырҙың үҙе иң яңы фәнни теория һәм гипотезаларҙы ҡеүәтләүенә аптырап һоҡланырға тейешме икән? Беҙ иһә, икеһенә лә аптырап һоҡланып бөтә алмауыбыҙҙы йәшерә алмайбыҙ, ғәрсә был яҙмалар асылда фән мәсьәләләренә бағышланһа ла һәм, шул сәбәпле, бындай йомшаҡлыҡ беҙҙең һүҙгә ышанысты ҡаҡшатһа ла.

Продолжить чтение